

Бөгөн Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Уның тантаналы өлөшөндә һөнәр алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Маҡан ауылы фельдшеры Гөлшат Языҡбаева "Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһенә лайыҡ булды.
Маҡан ауылы фельдшеры Гөлшат Ғәйнизар ҡыҙы медицина өлкәһендә 30 йыл эшләй. Ауылда уның абруйы ҙур. Һаулығы ҡаҡшаған һәр кем ауыл докторына ашыға. Уҙған йылда Маҡан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға бәйле, Гөлшат Языҡбаеваға ауыл халҡына медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.