ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Октября 2023, 06:14

Табипҡа - өр-яңы компьютер!

Бүребай ауыл табип амбулаторияһының участка терапевты Ләйсән Туҡбаеваның эш урыны заманса компьютер техникаһы менән йыһазландырылды

Табипҡа - өр-яңы компьютер!Табипҡа - өр-яңы компьютер!
Табипҡа - өр-яңы компьютер!

«Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте Бүребай ауыл табип амбулаторияһын йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүлеүен дауам итә. Ошо арала предприятие ярҙамында участка терапевты Ләйсән Туҡбаеваның эш урыны заманса компьютер техникаһы менән йыһазландырылған.

–Табиптың эше компьютер менән тығыҙ бәйле. Ҡабул итеүгә электрон сират алып барыу, коллегалар менән документтар алмашыу, дауахананың электрон ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү өсөн заманса һәм ҡеүәтле компьютер кәрәк. Бөгөн минең эш урынымда тап ошондай урын булдырылды. Хәҙер  эшем күпкә тиҙерәк булыр, һәм мин сменаға күберәк пациенттарҙы ҡабул итә алырмын, тип ышанам, – тине Ләйсән Радик ҡыҙы һәм тау-байыҡтырыу предприятиеһына бүләк өсөн рәхмәтен белдерә.

Әйтергә кәрәк, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының ауыл амбулаторияһына һәм уның  табиптарына күрһәткән ярҙамы  үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Шарттар квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Һуңғы ваҡытта юғары белемле 2 табип бында эшкә урынлашҡан.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас