ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Октябрь 2023, 08:34

Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡан

     

Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡанРеспубликала коронавирус йоҡтороусылар артҡан
Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 4 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, 131 пациент стационарҙа дауалана, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр - 82 кеше. Ә 960 кеше өй шарттарында дауалана, уларҙың 403-ө алтмышты үткән.

Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 371 981 кеше ковид менән сирләгән, уларҙың 72-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған. Кисәге көн менән сағыштырғанда ауырыусылар артҡан.

Бөтәһе 364784 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 78-е - һуңғы тәүлектә. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас