ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Сентябрь 2023, 13:51

Сәләмәтлеккә табан ун мең аҙым

Районда “Тормошҡа табан 10 000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Сәләмәтлеккә табан ун мең аҙымСәләмәтлеккә табан ун мең аҙым
Сәләмәтлеккә табан ун мең аҙым

“Тормошҡа табан 10000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы  Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының кешенең нормаль физик әүҙемлегенә булышлыҡ итер өсөн көнөнә 6-10 мең аҙым үтергә кәңәшенә нигеҙләнә.

Бөгөн район үҙәге халҡы был акцияға әүҙем ҡушылды. Спорт сараһында ҡатнашыусылар физик күнегеүҙәр яһаны, ҡан баҫымын үлсәтте һәм әлбиттә, бергәләп саф һауала йәйәү йөрөп килде. Акцияла ҡатнашыусыларға электрон төрҙә сертификаттар ебәрелде.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас