ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Сентябрь 2023, 16:12

Өс йәшлек сабый эсе ауыртыуға зарланған...

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына баланың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткән...     

Өс йәшлек сабый эсе ауыртыуға зарланған...Өс йәшлек сабый эсе ауыртыуға зарланған...
Өс йәшлек сабый эсе ауыртыуға зарланған...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына өс йәшлек баланың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткән. Улар балының эсе ауыртыуына зарланған. Табиптар уның ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына рентген тикшереүе үткәргәндән һуң магнит шарҙарын тапҡан. Медиктар 3 миллиметрлыҡ 10 шарҙы алған.

«Магнит шарҙары — бик хәүефле уйынсыҡ, — ти белгестәр. — Ашҡаҙан-эсәк юлында улар бер-береһенә тартыла һәм йәбешә. Был иһә некрозға, перитонитҡа һәм сепсисҡа килтереүе ихтимал».

Уйлауы ла хатат ҡурҡыныс: ҡайһы арала ул тиклем шарҙы бала йотоп өлгөргән тиең... Ата-әсәләргә кәңәш: кескәй балалар ҡулына алған һәр нәмәһен иң тәүҙә ауыҙына килтерә, шуға күрә уйынсыҡ йәиһә башҡа әйбер бирер алдынан иғтибар итегеҙ, ул йотоп ебәррелек түгелме?

Фото: "Башинформ"

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас