ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Сентябрь 2023, 15:18

Йәш табип эшкә ҡайтты!

Земфира Ишемғолова  - бөгөндән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка табип-педиатры

Йәш табип эшкә ҡайтты!Йәш табип эшкә ҡайтты!
Йәш табип эшкә ҡайтты!

Ишемғолова Земфира Таһир ҡыҙы - бөгөндән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка табип-педиатры.

Земфира Маҡан ауылында тыуып үҫкән. Быйыл Силәбе ҡалаһында Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетын «Педиатрия» һөнәре буйынса тамамлай. Һуңғы ике йылда уҡыуы менән бер рәттән Өлкә перинаталь үҙәгенең яңы тыуған һәм ваҡытынан алда тыуған балалар патологияһы бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Земфира Таһир ҡыҙының хеҙмәт юлын тап үҙенең тыуған төйәгендә башлауы ҡыуаныслы. Йәш табип тиҙ арала район медицина хеҙмәткәрҙәренең татыу коллективына ҡушылыр һәм коллегалары һәм пациенттары араһында хөрмәт ҡаҙаныр, тип ышанабыҙ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас