

Рәсәй президентының 4 сентябрҙәге указы менән Башҡортостандан 47 табип Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде. Улар - Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, республика кардиология үҙәге, Башҡорт дәүләт медицина университеты поликлиникаһы, ҡала һәм район дауаханалары хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың барыһы ла Луганск халыҡ республикаһында эшләгән медицина бригадалары составында булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан медиктары уҙған йылдан алып урындағы халыҡҡа һәм хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн Рәсәйҙең яңы төбәге булған Луганск республикаһына юллана. Бынан тыш, «Башҡортостан» полкы эргәһендә медицина ротаһы булдырылған, уға 50 медицина хеҙмәткәре, санитар һәм водитель ингән.
Лука Крымский миҙалы дәүләт башлығы тарафынан һаулыҡ һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн, ҡағиҙә булараҡ, практик табиптарға тапшырыла. Күренекле хирург, Симферополь һәм Ҡырым Архиепискобы Лука хөрмәтенә аталған. Награда 2020 йылда Пирогов ордены менән бергә булдырыла.
«Лука Крымский миҙалы — бик почетлы дәүләт наградаһы. Бөгөн уға беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды, улар ҡурҡманы һәм тәүгеләрҙән булып тыныс халыҡҡа ярҙам итеү өсөн Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Улар башҡорт батальондары яугирҙарына ла сыға. Табиптарыбыҙ, фельдшерҙарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ медицина ярҙамына мохтаж булғандарға ярҙам итеп, үҙҙәренең һөнәри бурысын фиҙаҡәр үтәне», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
фото:Википедия.