ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Август 2023, 15:47

Башҡортостанда йәш табиптар 3 миллион һум алырға мөмкин

  

Башҡортостанда йәш табиптар 3 миллион һум алырға мөмкинБашҡортостанда йәш табиптар 3 миллион һум алырға мөмкин
Башҡортостанда йәш табиптар 3 миллион һум алырға мөмкин

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика программаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Уға ярашлы, йәш табиптар өс миллион һум күләмендә аҡса алырға мөмкин.

Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, һүҙ профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ 2021 йылдан республикаға күсеп ҡайтҡан белгестәр хаҡында бара. Аҡса хеҙмәт килешеүе төҙөлгәндән һуң өс йыл дауамында берәр миллион һумлап түләнә.

«Программа терапевтарға һәм педиатрҙарға, шул иҫәптән участка һәм дөйөм практика табиптарына иҫәпләнгән. Компенсацияға 25 меңдән аҙыраҡ пациент беркетелгән медицина ойошмаларына эшкә урынлашҡан белгестәр хоҡуҡлы. Республикабыҙҙа 24 үҙәк район дауаханаһы ошо критерийға тап килә. Программа бик актуаль, ауыл медиктары етешмәй. Ул «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры»н программаларын да тулыландыра. Шуныһы мөһим: яңы программаны эшләгәндә медицина вуздарын тамамлаған йәш табиптарға ғына иҫәп тотманыҡ. Ауыл дауаханаларында быға тиклем башҡа төбәктәрҙә йәшәгән һәм эшләгәндәрҙе лә күреүебеҙгә шатбыҙ», — тип яҙҙы Хәбиров.

Сығанаҡ:«Башинформ»

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас