

28 август– 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы алға этәреү аҙналығы үткәрелә.
Сәләмәт тормош алып барыу – һаулыҡтың төп факторы. Ул хеҙмәт әүҙемлеген күтәрә, организм көстәрен һаҡлай, йыш сирләү осраҡтарын кәметә. Сәләмәт тормош алып барыу – ул бала саҡтан һау ғәҙәттәрҙе тәрбиәләү;
Хәүефһеҙ мөхит, эргә-тирәләге әйберҙәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында белеү;
Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр, наркотиктар ҡулланыу кеүек зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу һәм башҡалар.
Көн һайын гигиена талаптарын үтәү, сынығыу, режим, физик әүҙемлек һәм башҡалар ҙа сәләмәт тормошҡа юл аса.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.