

Хәйбулла районында «Сәләмәтлек поезы» үҙ эшен дауам итә. 15-нән 17 авгусҡа тиклем белгестәр Бүребай ауылы һәм яҡындағы ауылдарҙың халҡын ҡабул итә.
Бөгөн 16 августа күсмә маммограф Садовый ауылында эшләй.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда 9-нан 15 авгусҡа тиклем «Сәләмәтлек поезы» белгестәре тарафынан 925 пациент тикшерелгән һәм уларға консультация бирелгән, шул иҫәптән терапевт - 214, хирург - 140, кардиолог - 70, педиатр - 135, оториноларинголог - 187, Фельдшер-акушерлыҡ пунктының фельдшерҙары - 179, флюорография - 153, маммография- 156 пациентты ҡабул иткән.
Артабан «Сәләмәтлек поезы» түбәндәге ауылдарҙа эшләй:
18-21 август - Һамар ауылы;
22-23 август - Степной ауылы;
24-25 август - Йәнтеш ауылы;
28-30 август - Сиҙәм ауылы;
31 август - 4 сентябрь - Подольск ауылы.
фото:Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы