ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Август 2023, 11:02

Таныш булығыҙ! Районға йәш белегестәр ҡайта!

Ләйсән Туҡбаева Бүребай табип амбулаторияһының табип-терапевты

Таныш булығыҙ! Районға йәш белегестәр ҡайта!Таныш булығыҙ! Районға йәш белегестәр ҡайта!
Таныш булығыҙ! Районға йәш белегестәр ҡайта!

Райондың медицина хеҙмәткәрҙәре командаһы  йәш кадрҙар менән тулылана. Ләйсән Туҡбаева Бүребай табип амбулаторияһының табип-терапевты.

Бүребай ауылы ҡыҙы Ләйсән Туҡбаева  Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас,  хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған яғында башларға ҡарар итә. Бүребай халҡы яңы табипты  түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки  табиптар һәм урта медицина персоналы етмәүе көнүҙәк проблемаларҙың береһе.

Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы:

--Райондың табиптарға һәм урта медицина персоналына ҡытлыҡ кисереүе сәбәпле, уларҙы районға эшкә йәлеп итеү маҡсатында  аҡ халатлыларға  ярҙам итеүгә йүнәлтелгән федераль һәм төбәк программаларҙан тыш, муниципаль программа бар.  Мәҫәлән, ра         йонға эшкә ҡайтҡан йәш табиптар 200, ә фельдшерҙар 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған түләмдәр ала. Быйылғы йылдан урта медицина персоналы өсөн дә 50 000 һум күләмендә түләм ҡаралған.

Шуға күрә Ләйсән Радик ҡыҙы кеүек ра        йонға эшкә ҡайтырға теләгән йәш, квалификациялы белгестәр күп булыр тип ышанабыҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа улар өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тырышырбыҙ,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас