

Фәрит Хәмзә улын белмәгән кеше бармы икән районда? Күптәргә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда тәжрибәле табип анестезиолог-реаниматолог менән осрашырға тура килгәндер. Абруйлы табип ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләне.
Фәрит Хәмзә улы 1980 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлағас, Таджикистан ССР-ында өлкә санэпидстанцияһының коммуналь гигиена бүлеге мөдире вазифаһында йылдан ашыу эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. 1981 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип анестезиолог-реаниматолог булып эшкә төшөп, бына инде 42 йыл ошо яуаплы эщте башҡара. Ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен йөрөтә.