ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Июля 2023, 16:22

Йәш егеттең ғүмере  ҡыл өҫтөндә генә булған

Йөрәге яраланған 17 йәшлек егетте табиптар ҡотҡарған

Йәш егеттең ғүмере  ҡыл өҫтөндә генә булғанЙәш егеттең ғүмере  ҡыл өҫтөндә генә булған
Йәш егеттең ғүмере  ҡыл өҫтөндә генә булған

Өфөлә табиптар йөрәге яраланған менән йәш егеттең ғүмерен ҡотҡарған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин пациентты мөғжизәле ҡотҡарыу тарихын һөйләне.

Бәлиғ булмаған үҫмер 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына ашығыс рәүештә июль башында килтерелә. Табиптар уның хәлен бик ауыр тип баһалай.

«Егеттең ғүмере  ҡыл өҫтөндә генә тора. Ашығыс ярҙам табиптары дауахананы ауыр пациент тураһында иҫкәртә. Шуға күрә операция бүлмәһендә уны травматология бүлеге мөдире Ирек Шәрипов етәкселегендәге мультидисциплинар хирургия бригадаһы көтә. Табиптар эшләүсе йөрәктә яраны тегеп, ҡан китеү хәүефен бөтөргән. Гемодинамика тергеҙелде», — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.

Операция 1 сәғәт 15 минут дауам иткәнлеге билдәле.

«Башинформға» хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ ваҡиғаның сәбәптәрен хәбәр иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәш егет 1980 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙ менән бергә булған. Бер мәл улар араһында ыҙғыш башлана. Ханымға егеттең әҙәпһеҙ һүҙҙәре оҡшамай. Ул бысаҡты тотоп, уның йөрәгенә сәнсә, һуңынан ҡаса. Ҡатынды хоҡуҡ һаҡлаусылар  икенсе көндө тапҡан.

 

Фото:Айрат Рахматуллин, телеграм-канал.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас