1 такан курага, 1 стакан йөҙөм, 1 стакан грек сәтләүеген һәйбәт итеп йыуабыҙ, киптерәбеҙ. Ит турағыстан үткәреп ярты стакан бал менән бутайбыҙ. Иртәле-кисле ас ҡарынға бер аш ҡалағы ашайбыҙ. 20-30 минуттан ғына ашарға ултырабыҙ. Курс – 1- 3 ай. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Ҡабыҡлы лимонды һөйәген алып һарымһаҡ менән бергә ир турағысында үткәреп алабыҙ ҙа бал ҡушып бутайбыҙ. 5 лимон, 5 баш һырымһаҡ 50 мл бал кәрәк була. Әҙер ҡушылманы быяла һауытҡа һалып марля менән ҡаплап биш көнгә һалҡын, ҡараңғы урынға ултыртып ҡуябыҙ. Иртәнге һәм киске ашҡа тиклем 25 минут ҡалғас 1 аш ҡалағын 1 стаҡан йылы һыуға бутап эсәбеҙ. Йоҡо алдынан, ашҡаҙан сей яраһы булғанда эсеү тыйыла. Был ысул менән һеҙ сосудтарҙы таҙартып, йрәк-ҡан тамырҙары системаһын яҡшыртып алаһығыҙ. Шулай уҡ иммунитетҡа ла бик яҡшы тәьҫир итә. Һыуытҡыста һаҡлау мотлаҡ. Был ысулды йылына бер-ике тапҡыр ҡулланып алырға кәрәк.Йөрәгҽгҽҙ дәртлҽ, һау-сәләмәт булығыҙ!



