

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары таратҡан мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса дауаланыуҙың сикләнәсәге тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Башҡортостанда мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса дауаланыу бушлай.
Полис буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеге юғары технологиялы медицина ярҙамының яңы төрҙәре, заманса диагностика һәм дауалау алымдары менән даими тулыландырыла. Уларҙың барыһы ла бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына индерелгән. Программаны Хөкүмәт йыл һайын раҫлай.
Сирҙе асыҡлау һәм дауалау маҡсатында ниндәй ҙә булһа процедуралар ҡулланыу тураһындағы ҡарарҙы дауалаусы табип ҡабул итә. Ул диагностика процедураларын, анализдар, дарыуҙар тәғәйенләй, йүнәлтмә бирә. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы һәм күҙалланмай.
Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса эшләгән поликлиника һәм дауаханалар пациент мөрәжәғәт иткән төбәктә уның өсөн мөмкин булған дауаланыу саралары тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Шулай уҡ медицина ярҙамын бушлай алған осраҡта медицина ойошмаһы уны көтөү ваҡыты хаҡында ла хәбәр итергә тейеш. Был талап Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән нығытылған. Ул 2012 йылдан ғәмәлдә һәм мотлаҡ булып тора.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан