ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Июнь 2023, 06:30

2 йәшлек баланы ҡотҡарғандар

Сабый ағыуланыу билдәләре менән реанимацияға оҙатылған. Ул ныҡ ауыр хәлдә булған, йөрәк ритмы боҙолған.

2 йәшлек баланы ҡотҡарғандар2 йәшлек баланы ҡотҡарғандар
2 йәшлек баланы ҡотҡарғандар

Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында табиптар дарыу эсеп ағыуланған ике йәшлек баланың ғүмерен ҡотҡарған. «Башинформ»ға медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала яңылыш «Этацизин» дарыуын ашаған.

Сабый ағыуланыу билдәләре менән реанимацияға оҙатылған. Ул ныҡ ауыр хәлдә булған, йөрәк ритмы боҙолған.

Реаниматологтарҙың ваҡытында һәм юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеүе баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Икенсе көндө кескәй пациент профилле бүлексәгә күсерелгән. Хәҙер баланың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас