

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы наградаларын парламент рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫарҙары Азат Рәхмәтуллин һәм Гөлнара Зиннурова тапшырҙы.
Хәйбулла медицина хеҙмәткәрҙәре лә бүләкләү тантанаһында ҡатнашты һәм лайыҡлы наградалар алды:
⭐"Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-терапевты Наталья Валявина бүләкләнде;
⭐Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеменә Бүребай табип амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Гапоненко лайыҡ булды;
⭐Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамотаһы менән Иләс ауылы ФАП-ы фельдшеры Шәһиҙә Ғәббәсова тәбрикләнде
Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, именлек, пациенттарҙың яратыуын һәм хөрмәт итеүен теләйбеҙ. Лайыҡлы наградаларыбыҙ менән ҡотлайбыҙ!
фото:Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы.