

Күптән түгел Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында Сибай медицина колледжының практика мөдире Гөлсәсәк Ғәзизуллина эш сәфәре менән булды.
Һөҙөмтәлә Сибай медицина колледжын тамамлаусыларҙы Аҡъяр дауаханаһына эш урынлаштырыу буйынса өс яҡлы килешеү төҙөлдө. Шулай итеп, Сибай медицина колледжын тамамлаған ике фельдшер һәм бер шәфҡәт туташы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының аҡ халатлылары рәтен тулыландырасаҡ.