

"Демография" милли проектының "Өлкән быуын" төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылдың 1 октябренән мобиль бригада - ололарға, инвалидтарға дауалау учреждениеларына барырға ярҙам иткән микроавтобустар эшләй.
"Демография" милли проекты сикт әрендә, төпкөл ауылдарҙа йәшәгән өлкән йәштәге граждандар ваҡытында тейешле медицина тикшереүе һәм скринингылар үтә алырға тейеш. Автомобиль 380 килограмм ауырлыҡты күтәреү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған, ул тиҙ һәм уңайлы рәүештә машинаға инвалид коляскаһында кешене күтәрергә мөмкинлек бирә.
"Өлкән быуын" төбәк проекты сиктәрендә Хәйбулла районы фельдшерҙары менән берлектә социаль эш буйынса белгес Миләүшә Шәрипова ололарға медицина тикшереүе үтергә ярҙам итә. Улар Ивановка һәм Аҡназар ауылдарында булғандар. "Мобиль бригада" ауылдарҙағы өлкән быуын кешеләрен Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына алып барҙы. Әлбиттә, ололар бындай иғтибарҙан бик ҡәнәғәт.
Администрация Хайбуллинского района