ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Июнь 2023, 18:05

57 кеше ҡыҙылса менән сирләгән

"Прививка - ауырыуға ҡаршы берҙән-бер һаҡланыу алымы", - тип иҫкәртә белгестәр

57 кеше ҡыҙылса менән сирләгән57 кеше ҡыҙылса менән сирләгән
57 кеше ҡыҙылса менән сирләгән

Башҡортостанда 2023 йыл башынан 57 кеше ҡыҙылса менән ауырып киткән, шуларҙың 41-е - балалар. Был мәғлүмәт менән Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында көнүҙәк мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштылар.

«Сирләүселәрҙең төп өлөшө ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатмаған. Прививка - ауырыуға ҡаршы берҙән-бер һаҡланыу алымы. Йәйгеһен ата-әсәләр отпускыла булғанда, балалар каникулда вакцинация һәм ревакцинация ваҡытын үткәрә, шуға уларҙы ваҡытында эшләргә кәрәк», - тип билдәләнеләр ведомствола.

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығында белдереүҙәренсә, 12 айлыҡ балаларға вакцина яһатырға, йәнә 6 йәшендә прививка эшләтергә кәрәк.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас