Ғүмер буйы кешеләргә изгелек ҡылыу – уның йәшәү мәғәнәһенең бер сағылышы. Бөгөнгө геройыбыҙ тормошонда нәҡ ошо сифаттарҙан ҡәнәғәтлек һәм бәхет тапҡан. Күп тиҫтә йылдар дауамында һәм бөгөнгө көнгә тиклем ауылда фельдшер абруйлы һөнәр булып ҡала. Һаулыҡ менән бәйле ниндәй генә проблема булмаһын, ауыл халҡы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йүнәлә. Ауыл фельдшеры – ғаилә табибы.
Бөгөн һүҙебеҙ хөрмәтле фельдшерыбыҙ Мөнирә Хәсәнова тураһында булыр. Ул үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, 40 йылға яҡын һаулыҡ һағында тора.
Мөнирә Мөхәмәт ҡыҙы 1Өфө ауылында донъяға килгән. Сибай медицина училищеһында белем алғанда, йәйге каникул мәлендә лә, Өфө ауылы табип амбулаторияһында санитарка, шәфҡәт туташы булып эшләп, тәжрибә туплай. 1,5 тәүлек эштә була ала ул, шуның өсөн пациенттар уны “универсаль” хеҙмәткәр тип атай. Был һынауҙар уға ҙур эш тәжрибәһе бирә. 1987 йылдан Первомайский ауылы ФАП-ына эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта Рафиҡ һәм Әлибай ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Мөнирә Мөхәмәт ҡыҙы һауа шарттарына һәм тәүлек ваҡытына ҡарамаҫтан, ауылда беренсе булып, халыҡҡа ярҙамға ашыға.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында уҡығыҙ.