ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Май 2023, 07:54

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында –яңы баш табип

х

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында –яңы баш табипАҡъяр үҙәк район дауаханаһында –яңы баш табип
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында –яңы баш табип

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы итеп Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы Шәрипова тәғәйенләнде.

Урыҫбай ауылы ҡыҙы Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы 1997 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында “Дауалау эше” һөнәре буйынса белем алып, интернатура үткәс, тыуған районына эшкә ҡайтып, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип-нарколог вазифаһында эшләй башлай. 2000 йылдан алып әлегә тиклем - беренсел махсус медицина-санитар ярҙам бүлексәһе мөдире - табип-инфекционист, 2021 йылдан медицина буйынса баш табип урынбаҫары.

Пациенттар уның хаҡында теләһә ҡайһы минутта ярҙам итергә әҙер хәстәрлекле, иғтибарлы табип ти. 25 йылдан ашыу Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләү дәүерендә ул үҙен юғары квалификациялы белгес һәм ойоштороу һәләтенә эйә булған етәксе итеп күрһәтте.  Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуға күп көс һала.

Рәмилә Рәхимйән ҡыҙына еңел булмаған һәм изге эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

Администрация Хайбуллинского района

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас