

2023 йылдың 22 майынан 26-һына тиклем Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында Республика кардиология үҙәге ойошторған «Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре - 2023» акцияһы үтә. Уның төп маҡсаты - йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлемде кәметеү.
Был көндәрҙә Башҡортостандың Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында, райондың табип амбулаторияларында һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарында Асыҡ ишектәр көнө ойошторола.
Барлыҡ теләүселәр ҙә артериаль ҡан баҫымын, буйын, ауырлығын үлсәтә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең таралыу хәүефе факторҙарын асыҡлауға анкета тултыра, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр ала ала
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында Сәләмәтлек мәктәптәре уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
23 майҙа Аҡъяр ауылында киске сәғәт 17-ән район мәҙәниәт йорто биләмәһендә табип менән саф һауала йөрөү ойошторола, унда участка педиатрҙары Амангилдина Наҙгөл Ғәфүр ҡыҙы һәм Карабаева Гөлсинә Илшат ҡыҙы ҡатнаша.
24 майҙа Аҡъяр ауылында киске сәғәт 5-тән район мәҙәниәт йортонда табип менән саф һауала йөрөү ойошторола, унда участка терапевтары Валявина Наталия Николаевна һәм Демидова Ольга Валерьевна ҡатнаша.
23 майҙа иртәнге зарядка Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә пациенттар менән бергә иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.
22 майҙа медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар ҡатнашлығында велоуҙыш һәм скандинавса йөрөү.
24 майҙа 52-се дарыуханала теләүселәрҙең барыһына ла артериаль баҫымды үлсәү үткәрелә.
Аҡъяр ауылында Аҡмулла урамы буйынса "Магнит", Салауат Юлаев проспекты буйынса "Проспект", Аҡмулла урамы буйынса "Шатлыҡ" магазиндарында "Кардиолог кәрзине" витриналары ойошторола.В
«Сәләмәтлек өсөн файҙалы ваҡыт үткәрергә теләүселәрҙең барыһын да саҡырабыҙ Һәр ҡайһы ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда киҫәтеүе еңелерәк, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һауа шарттарын иҫәпкә алып, уҙғарылған сараларҙың датаһы үҙгәреүе ихтимал», – тип хәбәр иттеләр Аҡъяр үҙәк район дауаханаһынан.
Әйткәндәй, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының төркөмөнә ҡушылып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса бихисап актуаль һәм файҙалы мәғлүмәттәр алырға була.
12+