

Башҡортостан юлдаш телеканалының "Честно говоря" ток-шоуы ойошторған «Халыҡ табибы» конкурсында тауыш биреүҙең муниципаль этабы тамамланды. Унда иң күп тауыш йыйып Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хирургы Вилнур Һәүбәнов еңеүсе булды һәм республика этабына үтте. Хөрмәтле Вилнур Вилдан улы, ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! Республика этабында уңыштар теләйбеҙ!
Республика этабы 2023 йылдың 15 майынан 15 июненә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы төркөмөндә үтә. 2023 йылдың 15 июнендә 17:00 сәғәттә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.