ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Май 2023, 17:07

Иң ихлас теләктәр - шәфҡәт туташтарына!

Республикала 23835 шәфҡәт туташы эшләй, медицина хеҙмәттәренең ҙур өлөшөн тап шәфҡәт туташтары күрһәтә

Иң ихлас теләктәр - шәфҡәт туташтарына!Иң ихлас теләктәр - шәфҡәт туташтарына!
Иң ихлас теләктәр - шәфҡәт туташтарына!

Бөгөн, 12 майҙа, донъяла Шәфҡәт туташтары көнө билдәләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Республикала 23835 шәфҡәт туташы эшләй, медицина хеҙмәттәренең ҙур өлөшөн тап шәфҡәт туташтары күрһәтә, тип билдәләне ул.

«Ҡәҙерле шәфҡәт туташтары! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Көн һайын республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә башҡарған ғәйәт ҙур эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Беҙ үтә ҡатмарлы юғары технологик операциялар эшләй алабыҙ, ләкин һеҙ тейешенсә тәрбиәләмәй тороп, пациент һауыҡмай. Хәстәрлегегеҙ һәм иғтибарығыҙ заманса дарыуҙарҙың тәьҫирен тағы ла нығыраҡ арттыра», — тип, министр шәфҡәт туташтарына изге теләктәрен еткерҙе.
 
фото һәм сығанаҡ:"Башинформ"
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас