ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Апрель 2023, 17:39

«Изгелек ҡулсаһы» балаларҙы ҡурсалай

Фонд Башҡортостандан 168 балаға ярҙам иткән.

«Изгелек ҡулсаһы» балаларҙы ҡурсалай«Изгелек ҡулсаһы» балаларҙы ҡурсалай
«Изгелек ҡулсаһы» балаларҙы ҡурсалай

«Изгелек ҡулсаһы» фонды ярҙам иткән 71 һирәк осрай торған сиргә тағы бер сир өҫтәлде - үпкәне яһалма елләтеү аппаратына бәйле ҡатмарлашҡан арҡа мейеһенең муйын бүлеге миелопатияһы. Һатып алынасаҡ MARK IV препараты ярҙамында сирҙе еңеп сығырға мөмкин.

Шулай уҡ «Изгелек ҡулсаһы» эксперт советы уникаль дауалау алымын - фонд түләйәсәк кардиологик ярҙамдың өсөнсө төрөн хупланы. «Изгелек ҡулсаһы» 5 528 тәрбиәләнеүсегә ярҙам итә, шуларҙың 168-е - Башҡортостандан. Фондтың эксперт советы балаларҙы ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә тағы 75 ғаризаны хуплаған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда «Изгелек ҡулсаһы» фонды төбәктән 34 балаға ярҙам күрһәткән, 2022 йылда - 134 балаға. 2023 йылдың 1 апреленә 168 бала кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин ителгән.

«Изгелек ҡулсаһы» фонды Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы буйынса 2021 йылдың 5 ғинуарында һирәк, ауыр орфан сирҙәренә ҡаршы көрәштә балаларға ярҙам итеү өсөн ойошторолдо. Әле теркәлмәгән ҡиммәтле препараттар һатып алына, дауалауҙың инновацион ысулдары финанслана. Финанс сығанағы – килемдәре йылына биш миллиондан артҡан граждандарҙың физик берәмектәр килеменә юғары һалым.

фото:Видеонан скриншот

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас