

Фурункулёз, йәки үзебеҙсә, фурункул – тән тиреһенең үлекле-некротик ауырыуы. Уның сығыуының төп сәбәбе – һарыһыу йәки аҡ стафилококктың инфекция таратыуы. Ябайлаштырып әйткәндә, бик ҡаты һалҡын тейҙереп, ваҡытында дауаланмау фурункулезға килтерә.
Фурункулёз менән үҙ белдегеңә көрәшергә ярамай. Ярамаған дарыу йәки шыйыҡса һөртөп, шешек сыҡҡан урынды «яндырырға» мөмкин. Шуға күрә, иң беренсе сиратта, табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ ысулдарын да иҫтән сығанмайыү:
1.АЛОЭ гөлө япрағын урталай ярып, шешек сыҡҡан урынға бәйләп ҡуйырға кәңәш итәләр. Алоэ япрағының һуты яралағы әшәкене һурыу, үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.
2.Махсус «дарыу» яһарға була: бының өсөн БАЛ, СҮПРӘ һәм ҠЫРЫЛҒАН ҺАБЫН кәрәк. Барыһын бергә ҡушып, шешек сыҡҡан урынға һөртөргә мөмкин.
3.Сүпрә менән эсә торған ҡатнашма ла яһайҙар. Тик дөрөҫ кенә рецебын белмәйем. Арағыҙҙа белеүселәр булһа яҙығыҙ әле, дуслнар🙏
Тағын бер халыҡ рецебы:
Фурункул сығып интектергәндә, былай дауаланалар⤵️
-КЕР ҺАБЫНЫн ҡырып,
-өҫтөнә шунае ике тапҡыр күберәк ҺӨТ һалалар,
-болғата-болғата һүрән утта 1 сәғәт ҡайнаталар.
-Ҡаймак кеүек ҡуйырған ҡатнашманы шешеккә һылап, бинт менән бәйләйҙәр.
Көн һайын алыштыралар.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.