Ырымбур медицина колледжының Гай филиалы базаһында инде традицияға әүерелгән вакансиялар йәрминкәһе үтте. Бында 2023 йылда 73 белгес сығарыла. Улар араһында Хәйбулла районынан 28 студент бар.
Район вәкилдәре сығарылыш студенттары менән осрашыуҙа районда булған вакансиялар, эш шарттары, йәш белгестәргә социаль ярҙам программалары тураһында һөйләне.
Эйе, районда “Земский фельдшер” программаһы ғәмәлдә, йәш белгестәргә ярҙам буйынса район программаһы бар, социаль торлаҡ бирелә, балаларҙы мәктәпкәсә учреждениеларға урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтелә.
Үкенескә күрә, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы ла кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Беҙгә фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, табиптар кәрәк.
#ярмаркавакансий #Гайскиймедицинскийколледж #выпускники #вакансии #Акъяр #Оренбург #Гай