

Башҡортостанда ҡыҙылса осрағы теркәлгән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сир Тажикстандан килгән балала асыҡланған. Уға ошо инфекцияға ҡаршы прививка яһалмаған булған.
«Эпидемиологтар бәйләнештә булған кешеләрҙе асыҡланы, уларҙың барыһына ла иммунизация үткәрелде. Бәйләнештә булғандар медицина күҙәтеүе аҫтында. Эпидемиологик тикшереү дауам итә, хәл контролдә тотола», — тип белдерҙеләр республиканың күҙәтеү ведомствоһында.
Ҡыҙылса — үтә йоғошло инфекция, ауырыу менән бәйләнешкә ингән осраҡта 100 % осраҡта тиерлек йоға. Был сирҙән берҙән-бер һаҡланыу сараһы — 1 йәштә вакцинация һәм 6 йәштә ревакцинация. 2023 йылда илдең 12 субъектында ҡыҙылса осраҡтары теркәлгән. Күпселеге — Новосибирск, Һарытау, Һамар өлкәләрендә һәм Дағстан Республикаһында.