ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Март 2023, 06:34

Садовый ауылы докторы

Фельдшер Лилиә Ишкилдинаның эшенән ауыл халҡы ҡәнәғәт

Садовый ауылы докторыСадовый ауылы докторы
Садовый ауылы докторы

Сәғит ауылында тыуып үҫкән Лилиә Ғәлиулла ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға инеп, “Дауалау эше” һөнәре буйынса диплом ала. Тәүге хеҙмәт эшмәкәрлеген Аҡнаҙар ауылында фельдшер булып башлай.

2015 йылда йәш ғаилә Садовый ауылына күсеп килеп, ире менән йорт төҙөйҙәр, өс бала тәрбиәләйҙәр.

Ауыл халҡы медицина хеҙмәткәренең эшенән бик ҡәнәғәт. Ауыл фельдшеры — урындағы халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе, сөнки ФАП элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып тора. Кемдер сирләп китһә, йә ашығыс медицина ярҙамы кәрәккәндә,  ҡан баҫымы күтәрелһә лә, дарыу кәрәк булһа ла иң алда үҙҙәренең «табибына» (күп ауылдарҙа фельдшерҙарын шулай тип йөрөтәләр) мөрәжәғәт итәләр. Тәжрибәле фельдшер Лилиә Ишкилдина медицина ярҙамы күрһәтә, пациенттарҙы иғтибарлап тыңлап, кәңәштәрен дә бирә.

Культура село Садовый.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас