

Рәсәйлеләр өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисы мөҙҙәтһеҙ, уның номеры үҙгәрмәй.
Быға тиклем алынған ҡағыҙ һәм пластик полистар башҡаса бирелмәйәсәк, әммә улар ғәмәлдә буласаҡ һәм алмаштырыуҙы талап итмәй.
Әгәр фамилия, исем, атаһының исеме, шәхесте раҫлаусы документ мәғлүмәттәре, йәшәгән урын, бәйләнеш мәғлүмәттәре үҙгәрһә, 1 ай эсендә страховка ойошмаһына хәбәр итергә кәрәк.
Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы юғалһа, нимә эшләргә?
Мотлаҡ медицина страховкаһының һанлы полисын Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталындағы шәхси кабинетта юлларға һәм смартфонда йәки башҡа электрон ҡоролмала һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ полис һәм штрих-код мәғлүмәттәре менән страховкаланған кешеләрҙең берҙәм регистрынан күсермә рәүешендә алырға - бындай күсермә страховка ойошмаһында бирелә.
❓ Мотлаҡ медицина страховкаһы полисының һанлы форматы нимә ул?
2022 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә шәхси штрих-код рәүешендә мотлаҡ медицина страховкаһының һанлы полистары әҙерләнә. Ул - страховкаланған шәхестәрҙең берҙәм регистрындағы уникаль символдар теҙмәһе.
✅ Мотлаҡ медицина страховкаһының һанлы полисы тураһында 10 һорау: https://vk.cc/clNhrI
Страховка компанияларының ҡыҙыу линия телефондары ошонда: https://tfoms-rb.ru/ru/node/111
Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы урынына паспорт күрһәтергә мөмкинме икәнлеген ошонда белергә мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан