

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында операция эшләүҙә хирургтың уң ҡулы булған ике шәфҡәт туташы: Альбина Бикбова һәм Гөлнәзирә Мағашева эшләй.
Уларҙың хеҙмәте, бәлки, күренеп тә бармайҙыр. Сөнки операция өҫтәлендә ятҡан пациенттар уларҙы иҫләмәй, ә бит сирленең һауығып китеүендә уларҙың өлөшө ҙур. Был шәфҡәт туташтары өсөн ял да, байрам да, тыныс төндәр ҙә юҡ. Сөнки уларҙы тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшкә саҡырыуҙары ихтимал. Ғаилә тормошон икенсе планға ҡуйып, ашығыс операция талап ителгән ауырыуға ярҙамға ашығалар.
Юғары категориялы шәфҡәт туташы Альбина Зәйнулла ҡыҙы хирургия бүлегендә 26 йыл эшләй. Ә 1-се категория белгесе Гөлнәзирә Фәнил ҡыҙының хеҙмәт стажы 10 йылға яҡын. Улар үҙ эшенең оҫталары булараҡ, иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшәләр.