Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Ғинуар 2023, 14:55

Аҡъяр дауаханаһында өс сәғәт операция барған

Пациенттың ғүмерен һаҡлауға медицина ярҙамы талап ителә

Аҡъяр дауаханаһында өс сәғәт операция барған
Аҡъяр дауаханаһында өс сәғәт операция барған

Яңы йыл алдынан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Вилнур Һәүбәнов,  анестезиолог-реаниматолог Фәрит Абдуллин,  Рахматджон Султонов,  шәфҡәт туташтары Динә Хәсәнова, өлкән шәфҡәт туташы Әлиә Мәмбәтова, операция шәфҡәт туташы Альбина Бикбова, операция бүлмәһе санитаркаһы Гүзәл Мостафина составындағы операция бригадаһы  ғүмеренә хәүеф янаған пациентты ҡотҡарыу буйынса ашығыс операция эшләне.

Бысаҡ менән ҡаты йәрәхәтләнгән пациент тиҙ ярҙам күрһәтеү линияһы буйынса дауаханаға килтерелә. Ғүмерен һаҡлау өсөн ашығыс операция талап ителгән  ауырыуҙы ҡотҡарыуға табип анестезиолог-реаниматологтар, лаборанттар йәлеп ителә.  Операция уңышлы үтә. Әлеге ваҡытта пациент һауығып сыҡҡан.

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: