Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Декабрь 2022, 13:25

Республикала ОРВИ һәм сусҡа киҙеүе таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителде

   

Республикала ОРВИ һәм сусҡа киҙеүе таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителде
Республикала ОРВИ һәм сусҡа киҙеүе таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителде

Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителгән. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Республиканың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә сусҡа киҙеүе (H1N1) тарала. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана, сөнки 2009-2010 йылдарҙа ла республикала ошо сир теркәлгәйне. Дауаламаған осраҡта ул пневмония, менингит, энцефалит һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: