Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Декабрь 2022, 14:08

Республикала грипп йоҡтороусылар арта бара

-

Республикала грипп йоҡтороусылар арта бара
Республикала грипп йоҡтороусылар арта бара

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙна менән сағыштырғанда, сирлеләр 22 процентҡа күбәйгән. Бер нисә кешелә сусҡа киҙеүе вирусы раҫланған. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, грипп менән йышыраҡ өлкән йәштәгеләр һәм балалар ауырый.

Грипты иҫкәртеү өсөн ҡулды йышыраҡ йыуыу, дистанция һаҡлау, йәмәғәт урындарында битлек кейеү кәңәш ителә. Белгестәр үҙаллы дауаланмаҫҡа ҡуша.

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/190728

Автор:
Читайте нас: