Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Декабрь 2022, 17:35

Мәмбәттәргә Яңы йыл бүләге

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Мәмбәттәргә Яңы йыл бүләге
Мәмбәттәргә Яңы йыл бүләге

Яңы йыл байрамы алдынан Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Мәмбәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин һәм башҡалар килде.

- Бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки районда йәнә бер өр-яңы ФАП сафҡа инде. Был иһә Мәмбәт ауылы халҡына Яңы йылға ҙур бүләк, - тине Рөстәм Динислам улы.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Фәрзәнә Ҡәйепова - районда тәжрибәле фельдшерҙарҙың береһе. Ете йыл дауамында Мәмбәт ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй.

Фәрзәнә Ғәлиән ҡыҙы әйтеүенсә, быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты клуб бинаһында урынлашҡан һәм заманса нормаларға тап килмәгән. Шул уҡ ваҡытта ауылда 450 кеше йәшәй, улар оҙаҡ йылдар дауамында заманса фельдшерлыҡ ярҙамы пунктына мохтажлыҡ кисергән.

- Хәҙер иһә Мәмбәттә бөтә заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап биргән яҡты, йылы, уңайлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Бина пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек биргән кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны, хужалыҡ блогы, санузел, эҫе һәм һалҡын һыу бар - халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, - тип ҡыуана ул.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
Мәмбәттәргә Яңы йыл бүләге
 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: