Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Декабрь 2022, 19:51

Медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәте баһаланды

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының рентгенолаборанты  Рамаҙан Әхмәтов наградланды

Медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәте баһаланды
Медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәте баһаланды

Рамазан Әхмәтовты ҡотлайбыҙ!

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының рентгенолаборанты наградланды

Рамаҙан Әхмәтов 2012 йылда Гай медицина колледжын тамамлағандан һуң,  хеҙмәт эшмәкәрлеген Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында  башлай. Ул  үҙ эшенә яуаплы ҡараған, пациенттар һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған йәш белгес. Уның Covid-19 пандемияһы ваҡытында намыҫлы хеҙмәте  район һәм район дауаханаһы хакмиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Әле  Рамаҙан Айрат улы Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: