ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Декабрь 2022, 15:49

Хәйбулла районы халҡы иғтибарына!

2022 йылдың 9 декабрендә 15:00 сәғәттә район хакимиәтендә Хәйбулла районында беренсел медицина-санитар ярҙамын ойоштороу мәсьәләләре буйынса район халҡы менән осрашыу ойошторола.

Хәйбулла районы халҡы иғтибарына!Хәйбулла районы халҡы иғтибарына!
Хәйбулла районы халҡы иғтибарына!

2022 йылдың 9 декабрендә 15:00 сәғәттә район хакимиәтендә Хәйбулла районында беренсел медицина-санитар ярҙамын ойоштороу мәсьәләләре буйынса район халҡы менән осрашыу ойошторола. Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәхмәтуллин Салауат Ибраһим улы, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Шәрипов Рөстәм Динислам улы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Сибай медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгесе Нәҙерғолов Радик Буранбай улы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәсембәтова Роза Рәүҙәт ҡыҙы, Хәйбулла районы муниципаль район Советы секретары Байғабулов Салауат Суфиян улы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рыҫҡужин Илшат Тимерйән улы ҡатнашасаҡ. Кәңәшмә регламенты - район халҡына беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеүҙең асыҡлығы һәм сифаты. Социаль ярҙам саралары. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Хәйбулла районында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу һәм сифаты буйынса үҙ тәҡдимдәрен тикшереүгә сығара ала.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас