

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының дөйөм практика табибы Рәмил Зариф улы Рәхмәтов Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.
Рәмил Зариф улы 2004 йылда Һамар хәрби-медицина институтын тамамлаған, һуңынан контракт буйынса хәрби-медицина хеҙмәтен үткән. 2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Бүребай табип амбулаторияһының дөйөм практика мөдире, табибы. Инициативалы, белемле, юғары квалификациялы белгес, компетентлы етәксе. Коллегаларының һәм пациенттарының ихтирамын лайыҡлы яулаған.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ һөҙөмтәле һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән наградланған.