Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ноябрь , 19:48

Рәмил Рәхмәтовҡа - лайыҡлы награда!

Бүребай амбулаторияһы табибы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн миҙал менән бүләкләнде

Рәмил Рәхмәтовҡа -  лайыҡлы награда!
Рәмил Рәхмәтовҡа - лайыҡлы награда!

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Бөгөн тапшырылған наградалар - Башҡортостан Республикаһы халҡының ғүмере һәм һаулығы өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең күрһәткән көндәлек ҡаһарманлығы өсөн таныу һәм ҙур рәхмәт билдәһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының дөйөм практика табибы Рәмил Зариф улы Рәхмәтов Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Рәхмәтов Рәмил Зариф улы 2004 йылда Һамар хәрби-медицина институтын тамамлаған, һуңынан контракт буйынса хәрби-медицина хеҙмәтен үткән. 2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Бүребай табип амбулаторияһының дөйөм практика мөдире, табибы. Инициативалы, белемле, юғары квалификациялы белгес, компетентлы етәксе. Коллегаларының һәм пациенттарының ихтирамын лайыҡлы файҙалана. Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ яҡшы хеҙмәте, һөҙөмтәле һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в