

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре, беренсел профсоюз ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн үҙ эшенә яуаплы ҡараған, коллегалары һәм пациенттар араһында хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
Фельдшер-лаборант Елена Соболева “СOVID-19 пандемияһына ҡаршы көрәштә ҡаҙаныштары өсөн” Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнде. Дауахананың таҙалығын булдырыуҙа оҙаҡ йылдар эшләгән Минзәлә Көнсыуаҡоваға “СOVID-19 пандемияһына ҡаршы көрәштә ҡаҙаныштары өсөн” Рәхмәт хаты тапшырылды.