ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Ноябрь 2022, 15:19

Баймаҡ табибына – үлгәндән һуң дәүләт наградаһы

Яҡташтары уны үҙ эшенә бирелгән, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләгән оло йөрәкле табип булды, тип билдәләй

Баймаҡ табибына – үлгәндән һуң дәүләт наградаһыБаймаҡ табибына – үлгәндән һуң дәүләт наградаһы
Баймаҡ табибына – үлгәндән һуң дәүләт наградаһы

Кисә, 18 ноябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” һәм Лука Крымский ордендарын тапшырҙы, тип хәбәр иткәйнек.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә оҙаҡ йылдар Баймаҡ поликлиникаһында терапевт-эндокринолог булып эшләгән Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаның да исеме бар ине. Үкенескә ҡаршы, табибә беҙҙең арала юҡ инде. Уны “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнеләр. “Ҡәҙерле туғаныбыҙ ауыр сирҙән һуң вафат булды. Дәүләт наградаһын ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Камила Закир ҡыҙы барып алды. Бөтәбеҙ ҙә Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙын яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ”, - тип яҙҙы туғаны Нәзимә Ғөбәйҙуллина.

Баймаҡ халҡы комментарийҙарҙа бөтә ғүмерен кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға, ауырыуҙарға ярҙам итеүгә арнаған табибәне йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала, награданы табибәнең үҙ ҡулы менән ала алмауына үкенес белдерә, әммә ил етәкселеге тарафынан уның фиҙакәр хеҙмәтенең билдәләнеүен туғандары өсөн оло ғорурлыҡ тип баһалай.

Фотолар:  Нәзимә Ғөбәйҙуллинаның сәхифәһенән (vk.com/id375486478)

 
 
 
Баймаҡ табибәһенә – үлгәндән һуң дәүләт наградаһы
Баймаҡ табибәһенә – үлгәндән һуң дәүләт наградаһы
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас