Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Ноябрь 2022, 22:24

Абруйлы табип

Аҡъяр дауаханаһының табип-фтизиатры Миҙхәт Ҡыҙрасовҡа дәүләт наградаһы тапшырылды

Абруйлы табип
Абруйлы табип

Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең үҫешенә тос өлөш индергән юғары категориялы тәжрибәле табип Миҙхәт Шәрифйән улына “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдындағы ҡаҙанышары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Миҙхәт Ҡыҙрасов 1985 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1986 йылда Сбай ҡалаһында интернатура үткәндән һуң, хеҙмәт юлын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип-фтизиатр булып башлай. 15 йыл дауамында Аҡъяр поликлиникаһында берҙән-бер терапевт була.Аккредитациялы рентгенолог булараҡ, һуңғы 30 йылда флюорограмма һәм рентгенограммалар уҡый, һуңғы йылдарҙа коронавирус пневмонияһын да диагнозлай.

Юғары категориялы табип булған эш тәжрибәһен район һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә арнай. Йәш белгестәргә консультатив һәм практик ярҙам күрһәтә.  Миҙхәт Шәрийән улы хеҙмәттәштәре һәм район халҡы араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанған табип.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: