

Отоларинголог, юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты Владимир Зайцев беҙгә ғәҙәти генә тойолған тымауҙың сәләмәтлек өсөн хәүефле булыуын иҫкәртә. Уның әйтеүенсә, хроник тымау инфаркт йәки инсульттың сәбәбе булыуы мөмкин.
Хроник ринит уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙан тыш, баш мейеһенең насар елләтелеүенә килтерә. Кеше насар йоҡлай, хырылдау йонсота, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, апатия барлыҡҡа килә. Барыһына ла ваҡытында дауаланмаған тымау тейеү ғәйепле. Белгестең әйтеүенсә, хроник ринит кешене ғүмер буйына йонсотоуы ихтимал. Тымау тейеүенә ҡул һелтәп ҡарағанда, дауаламағанда, ул аҙасаҡ ҡына, аҙаҡ һауыҡтырып булмауы ла ихтимал. Табиптың әйтеүенсә, танау бүлгеһе кәкерәйгән кешеләрҙә хроник тымауҙың һәм башҡа танау сирҙәренең йыш осрауы билдәле.
Фото:ferret-pet.ru