ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Октябрь 2022, 03:39

Мобилизацияланғандар медкомиссияны үҙаллы үтә аласаҡ

   

Мобилизацияланғандар медкомиссияны үҙаллы үтә аласаҡМобилизацияланғандар медкомиссияны үҙаллы үтә аласаҡ
Мобилизацияланғандар медкомиссияны үҙаллы үтә аласаҡ

Мобилизацияға дусар булған Рәсәйҙә йәшәүселәр үҙаллы медицина комиссияһын үтеп, һаулыҡ ҡаҡшау тураһындағы табип белешмәһен хәрби комиссариатҡа тапшыра ала.

Объясняем.рф телеграм-каналында аңлатыуҙарынса, бар хәлдә лә призывниктың яраҡлылығы тураһында һуңғы ҡарарҙы хәрби комиссариат сығарасаҡ. 

«Һеҙҙең үҙегеҙ теләгән профилле белгестәрҙең белешмәләрен йыйырға һәм уны мобилизация буйынса саҡырыу комиссияһына тапшырырға хоҡуғығыҙ бар. Һаулыҡ хәле буйынса мобилизацияға яраҡлымы-юҡмы икәндең иң һуңғы ҡарарын был комиссия ҡабул итә», - тиелгән Рәсәйҙең социаль-иҡтисади хәлен күрһәткән был рәсми порталда.



Автор: Ләйсән Закирова

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас