Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Октябрь 2022, 22:46

Аҡъяр дауаханаһының йәш хирургы

Вилнур Һәүбәновтың хеҙмәтенә иң ҙур ҡиммәт—кеше ғүмере һәм һаулығы бәйләнгән

Аҡъяр дауаханаһының йәш хирургы
Аҡъяр дауаханаһының йәш хирургы

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә Халыҡ-ара табиптар көнөнә ҡарата Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының йәш хирургы тураһында яҙҙы.

“Вилнур Вилдан улы Башҡорт дәүләт медицина университетын 2020 йылда тамамлай. Ул хирургия һөнәре буйынса ординатура үтеп, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип-хирург булып эш башланы. Хирургия бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Йәш, эш тәжрибәһе аҙ булыуға ҡарамаҫтан, пациенттар һәм хеҙмәттәштәренең ышанысын яулап өлгөрҙө. Ул үҙ эшенә яуаплы ҡарап, барлыҡ һөнәри оҫталығын һалып башҡара. Вилнур Вилдан улын һәм барлыҡ район табиптарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайым”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: