Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Сентябрь 2022, 11:51

Һимереү һаулыҡҡа насар йоғонто яһай

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә тулы кәүҙәле балалар һаны арта

Һимереү һаулыҡҡа насар йоғонто яһай
Һимереү һаулыҡҡа насар йоғонто яһай

Әле Рәсәйҙә барлыҡ балаларҙың 15-20 проценты тулы кәүҙәле һанала, тағы ла 5-10 проценты һимеҙлектән йонсой. Был күрһәткестәр донъяның башҡа илдәрендә лә яҡынса ошо сама тәшкил итә. Балалар һимеҙлеге уҙған быуаттың 80-се йылдары менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан.

Башҡортостанда ла һәр бишенсе мәктәп уҡыусыһы артыҡ ауырлыҡтан йонсой һәм был күренеш артҡандан-арта бара.

 

Фәнисә Аҡбулатова, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры:

-Бала төрлө осорҙа һимерә башлауы мөмкин, шулай ҙа был күренеш 5-7 йәштәрҙә һәм енси өлгөрөү мәлендә йыш күҙәтелә. Һимеҙ балалар элек өлкәндәр генә ауырыған шәкәр диабеты, ҡан баҫымы, холестерин кимәле юғарылығы кеүек ауырыуҙар менән яфалана башлай. Артыҡ ауырлыҡ менән ыҙалаған ҡыҙҙарҙа киләсәктә ауырға ҡалыу һәм баланы ҡарында алып йөрөүҙә проблемалар булыуы мөмкин. Балалар һимереүе түлһеҙлек, арҡа һөйәге һәм быуындар, ашҡаҙан сирҙәре, веналарҙың варикоз киңәйеүе ҡурҡынысы менән янай. Һөйәк, быуын системаһына зыян килеп, айыу табанлылыҡ күҙәтелеүе бар. Шулай уҡ инсульт, инфаркт миокарда, бөйөр хәлһеҙлеге кеүек ҡурҡыныс өҙлөгөүҙәргә килтереүе мөмкин. Шуға күрә артыҡ ауырлыҡ менән яфаланған балаларҙы мотлаҡ дауалау кәрәк. Артыҡ ауыр кәүҙәле булыу психологик яҡтан да ауыр. Балала депрессия башланырға, үҙенә ҡул һалыу теләге уянырға мөмкин. Балаларҙы һимереүгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – ул дөрөҫ туҡланмау. Балаға артыҡ майлы аҙыҡ ашатыу ҡурҡыныс. Улар иҫәбенә гамбургер, хотдог, төрлө майҙа бешерелгән аҙыҡтар инә. Икенсе сәбәп – хәрәкәтләнмәү. Йәғни көндәр буйы телевизор йәки компьютер артында ултырыу. Физик көсөргәнешлек булмау, мускулдарҙың тартылмауы, хәрәкәтләнеү әүҙемлеге сикләнеү матдәләр алмашыныуының боҙолоуына, туҡымаларҙы ҡан менән тәьмин итеү әҙәйеүенә, тамырҙар тонусы түбәнәйеүгә килтерә. Артыҡ килограмдар барлыҡҡа килеүҙә генетик факторҙар ҙа роль уйнай. Шулай ҙа иң йыш осраған сәбәп – артыҡ күп ашау һәм аҙ хәрәкәтләнеү. Әлбиттә, күп нимә ата-әсәнән дә тора, балалар бит уларҙан өлгө ала. Баланы диетаға ултыртыуы ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа йәш организм өсөн файҙалы ризыҡтарҙан торған көндәлек рационды ата-әсәләр үҙҙәре әҙерләп бирә ала.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 36-сы һанында уҡығыҙ. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: