Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Сентябрь 2022, 09:09

Ангина йонсотамы?

Был сирҙе дауалау өсөн ябай һәм һөҙөмтәле ысулдарҙы тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!  

Ангина йонсотамы?
Ангина йонсотамы?

Һауа температураһының кинәт үҙгәреүе - кеше организмы өсөн ҙур һынау ул. Бер миҙгелдән тотороҡһоҙ һауа шарттарына күскәндә, йәғни яҙлы-көҙлө, йыш ҡына киҫкен вирус, киҫкен респиратор сирҙәре, ангина (киҫкен тонзиллит) баш ҡалҡытыусан. Был инфекциялар тын юлын зарарлай, күп осраҡта ауырыусыла бер үк билдәләр күҙәтелә: тамаҡта көслө ауыртыу һәм юғары тән температураһы. Бындай осраҡта табип сирлегә диагноз ҡуя һәм дауаланыу курсы билдәләй.

Ә халыҡ алымдары менән ангинанан түбәндәгесә дауаланып була.

1. Көнөнә бер нисә тапҡыр 3-5 минут буйы тамаҡты алма һеркәһе ҡушылған һыу менән сайҡатырға. Ул ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ 6 процентлы уксус болғатып әҙерләнә. Сайҡатҡандан тыш, ике-өс ҡалаҡ уксуслы һыуҙы йотоп ҡуйырға ла була.

2. Бер күләмдә алынған лимон һуты һәм балды яҡшылап болғатырға һәм шуның менән бер нисә минут дауамында тамаҡты сайҡатып төкөрөргә, ә иң аҙаҡтан инде бер-ике ҡалаҡ йотоп ҡуйырға.

3. Бындай осраҡта тамаҡты шәкәрле һыу менән сайҡатыу ҙа файҙаға ғына, ти халыҡ медицинаһы. Унан да яҡшыһы - сей сөгөлдөрҙөң һуты менән.

4. Ангина менән көрәштә яҡшы ысулдарҙың береһе - бер стакан ҡайнар һыуға берәр ҡалаҡ сөйәл үләне һәм ромашка һалып әҙерләнгән төнәтмә менән тамаҡты сайҡатыу.

5. Әгәр тамаҡты сайҡатыуы ауыр икән, түбәндәгесә эшләргә була: бешмәгән сөгөлдөрҙө ҡырып стаканға һалырға ла өҫтөнә бер ҡалаҡ 6 процентлы һеркә ҡойоп бер сәғәткә ҡуйып торорға. Аҙаҡ уны һөҙөп алып, йотомлап ҡына эсергә.

6. Йә булмаһа, һауытта бер ҡалаҡ аҡ майҙы бер ҡалаҡ бал менән туҡып, уға бысаҡ осонда сода өҫтәргә һәм болғай-болғай һүлпән утта тоторға. Ыңғай һөҙөмтә булһын тиһәгеҙ, күпереп торған ҡуйы эсемлекте йылы килеш ҡулланырға кәрәк.

7. Ангинаны спиртлы прополис яҡшы дауалай. Уны әҙерләү: 10 грамм ваҡланған прополисҡа 100 миллилитр 70 процентлы спирт ҡойоп бүлмә температураһында тәүлек буйы ултыртырға. Ул арала һелкеткеләп торорға кәрәк. Тейешле ваҡыт үткәс, һөҙөп алырға. Тамаҡты ярты стакан йылы һыуға ике балғалаҡ экстракт ҡушып сайҡатыу - һауығыуға табан яһалған ҙур аҙым.

8. Шулай уҡ борсаҡ ҙурлыҡ прополис киҫәген ауыҙ эсендә уңға-һулға йөрөтөп тотоу ҙа сир менән көрәштә ыңғай һөҙөмтә күрһәтә.

Һәр дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ!

Фото:tbdoc.ru

 
Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас: