Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Август 2022, 15:32

Юғары ҡан баҫымынан ярҙам итәсәк

Боронғо халыҡ медицинаһы һеҙгә юғары ҡан баҫымын һәм холестеринды кәметергә булышлыҡ итәсәк. Уны әҙерләү өсөн әллә нимәләр ҙә кәрәкмәй, ә һөҙөмтәһен шунда уҡ һиҙерһегеҙ.

200 г тарттырылған имбирь, 1 теш иҙелгән һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон кислотаһы. Уларҙы яҡшы итеп болғатып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Уны 5 көндән артыҡ һаҡларға ярамай. Иртәнге аш алдынан ас ҡарынға 1 сәй ҡалағы һәм төшкө аш алдынан тағы ла 1 сәй ҡалағы эсергә. Тәүге өс көндән һуң һеҙ еңеллек һиҙерһегеҙ.

Иғтибар! Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Лилия Такаева.

Автор:
Читайте нас: