Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Август 2022, 21:49

Төн уртаһында 15 йәшлек үҫмер мотоциклда елгәндә бәләгә тарый...

Операция өс сәғәт бара, ҡатмарлы әмәлиәтте нейрохирург Павел Петрунин яһай, анестезия һәм йәшәү эшмәкәрлеген анестезиолог-реаниматолог Ғәлиә Хәйретдинова үҙ өҫтөнә ала.  Үкенескә ҡаршы,  ауыр яра баш мейеһенең ҡабығын йәрәхәтләгән була....  

Төн уртаһында 15 йәшлек үҫмер мотоциклда елгәндә  бәләгә тарый...
Төн уртаһында 15 йәшлек үҫмер мотоциклда елгәндә бәләгә тарый...

Төн уртаһында 15 йәшлек үҫмер мотоциклда елгәндә  юл-транспорт бәләһенә тарый, техникаға идара итә алмай юл ситенә ауа. Һөҙөмтәлә бик ауыр баш-мейе яраһы ала, баш һөйәгенең түбә өлөшө һәм маңлай һөйәге һынып баҫылған, ҡаты мейе ҡатламдары зарарланған була.

Ваҡиға урынына килгән ашығыс ярҙам бригадаһы тәүге медицина ярҙамын күрһәткәс, пациентты Күмертау ҡала дауаханаһының  ҡабул итеү бүлексәһенә илтә. Унда ауыр хәлдәге үҫмерҙе табиптар бригадаһы ҡаршылай, табип-нейрохирург ашығыс саҡыртып алына.

Операция өс сәғәт бара, ҡатмарлы әмәлиәтте нейрохирург Павел Петрунин яһай, анестезия һәм йәшәү эшмәкәрлеген анестезиолог-реаниматолог Ғәлиә Хәйретдинова үҙ өҫтөнә ала.  Үкенескә ҡаршы,  ауыр яра баш мейеһенең ҡабығын йәрәхәтләгән була. Табиптар командаһының берҙәм һәм һаҡ, уйлап эшләнгән аҙымдарынан һәм шәфҡәт туташтарының оҫталығынан, иғтибарлығынан күп нәмә тора. Һөҙөмтәлә операция уңышлы үтә. Бер нисә сәғәттән һуң үҫмер аңына килә, йәшәү өсөн үтә әһәмиәтле үҙәктәр зарар күрмәй.

Бөгөн егет кеше травматология үҙәгендә, оҙаҡламай  дауахана стеналарын ҡалдырып өйөнә ҡайтасаҡ. Ул үҙ аллы йөрөй, йылмая, шаяртырға ла белә. Табиптар уға “егет, һин күлдәктә тыуғанһыңдыр ахыры”, ти. Үҫмерҙең ата-әсәһе улдарының ғүмерен һаҡлап ҡалған  дауахана коллективына әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтле.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: